Музейы

Бөгөн ҡала музейы ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә бик матур, йәнле интерактив форматта дискуссия үткәрҙе. Беҙгә был сарала Сибай педагогия колледжы студенттары менән ҡатнашыу бәхете тейҙе. Дискуссияла халҡыбыҙ алдында торған тел, мәҙәниәт, ғаилә институты кеүек ҙур һорауҙар күтәрелде. Сарала ҡатнашыусыларҙың был һорауҙарға битараф булмауҙары, төрлө юлдар тәҡдим итеүҙәре, әлбиттә, ҡыуаныслы. Сараны үткәреүселәргә ҙур рәхмәт!