Башҡорт КВНы

Бөгөн, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында, ҡалабыҙ уҡыусылары араһында башҡорт КВНы үтте.
Уҡыусыларҙың сығыштары бик ҡыҙыҡлы, позитив ине. Шул уҡ ваҡытта илебеҙ кимәлендәге актуаль проблемаларҙы ла сағылдырҙылар.
Ошондай сарала Сибай башҡорттары ҡоролтайы исеменән жюрила ултырыу, үҫеп килгән быуынға үҙ теләктәремде еткерергә бирелгән мөмкинселек өсөн, сараны ойоштороусыларға рәхмәт!
Айырым рәүештә, Айһылыу Мирсәит ҡыҙына, был сараны юғары кимәлдә үткәреүе өсөн рәхмәтемде еткергем килә!